Read the book: «Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин…»

Font::
* * *

© Айгиз Баймухаметов, текст, 2025

© Загида Мусина, перевод, 2025

© Союз писателей России, 2025

© А. Головина, дизайн и вёрстка, 2025

Ҡошҡа әйләнермен мин…

Пролог

Осрашыуҙан һуң яныма оло йәштәге ҡатын килде. Йөҙө йонсоу күренә.

– Мин һеҙҙе күптән көттөм, улым, – тип башланы һүҙен. Беҙҙең йолаға ярашлы ҡуш ҡуллап иҫәнләштек. Әбейҙең ҡулдары ҡалтыранғанын шунда ғына һиҙеп ҡалдым. Күпме тырышып ҡараһам да, был инәйҙе хәтергә төшөрә алманым. Таныш түгелбеҙ, шикелле, ә ни эшләп мине шулай көттө икән? Етмәһә, күптән ти… Бик сәйер күренде.

– еҙҙең менән һөйләшәһе һүҙ бар ине, – тип дауам итте ул. – Әйҙәгеҙ ситкәрәк китеп һөйләшәйек. Бында кешенең ишетеүе бар…

Ышығыраҡ ергә үттек. Әбей һүҙен башлар алдынан, берәү ҙә тыңлап тормаймы икән тип, тирә-яғына ҡаранып алды.

– Клара әбей булам. Ғүмер буйы почтала эшләнем, – тип үҙе менән таныштырҙы. – Күптән пенсияламын инде. Йәшемде әйтеп тормайым. Йәшәрен йәшәнем, ашарын ашаным, тигәндәй.

Әбей йылмайырға тырышҡандай итте. Тик килеп сыҡманы. Мин иғтибар менән тыңлай бирҙем:

– еҙҙе көтөүемдең сәбәбе шунда: йомош тиергәме, тәҡдимме, үтенесме… Нисек әйтергә лә белмәйем. Бына ошо төргәктә документтар күсермәһе, хаттар, суд ҡағыҙҙары ята. Әгәр иғтибарлап уҡып сыҡһағыҙ, барыһын да аңларһығыҙ. – Әбей һәлмәк кенә төргәкте миңә һуҙҙы. Мин өнһөҙ ҡалдым. Әбейҙең күҙенә ҡарағас та, йөрәкте семтеп алғандай булды: ҡарашы шул тиклем һағышлы ине. Донъянан йонсоған, йәшәүҙең бар йәмен юғалтҡан кешенең күҙ ҡарашы ғына шулай булалыр.

– Бер нәмә лә һөйләп тормайым, балам. Иҫләһәм, ҡыйын булып китә. – Ҡарсыҡ бына-бына илап ебәрер төҫлө. – Һеҙгә тип йыйған ҡағыҙҙарҙы уҡып сыҡһағыҙ, аңларһығыҙ.

– Ярай, инәй. Мотлаҡ уҡып сығырмын. Аҙаҡ һеҙҙең менән нисек бәйләнешкә инә алам һуң? Яуапты ҡайһы адресҡа яҙырға?

– Рәхмәт, улым, яуап яҙмаһағыҙ ҙа була. Хәҙер бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай. Ниәтем шул ғына: ошо хәлгә таянып, бәлки, берәй нәмә яҙырһығыҙ? Бүтәндәргә һабаҡ булһын. Ошо хатаны ҡабатламаһындар ине…

– Аңлашылды.

– Үҙегеҙ ҡарарһығыҙ. Тик исемемде үҙгәртерһегеҙ инде. Берәүгә лә һөйләгәнем юҡ ине. Ә эстә, бына йөрәктә, ауыр таш булып ята. Кем ғәйепле икәнен төбәп әйтә лә алмайым: минме, улыммы, киленемме… Ошо үкенес йөрәгемде тырнай, теге донъяла ла йәнем тынғы тапмаҫ инде, моғайын. – Хистәренә ирек бирә башлаған ерендә генә, әбей тыйылып ҡалды. – Ярай, бөгөнгө матур осрашыу кисәһен шулай йәмһеҙләмәйем әле. Берүк ғәфү итегеҙ. Ғәйепкә алмағыҙ ҡарт кешене…

Беҙ хушлаштыҡ. Өйгә ҡайтҡас та әбей тапшырған ҡағыҙҙар менән танышып сыҡтым. Суд ҡарарҙары, хаттар, төрлө документтар күсермәһе… Ябай ғына ғаиләнең кисергәндәре мине бик ныҡ тетрәтте. Ошо хаҡта уйланып йөрөй торғас, ике йыл да үтеп киткән. Әбейҙең әйткән һүҙҙәре бер ҙә хәтерҙән сыҡмай: «Бәлки, берәй нәмә яҙырһығыҙ. Бүтәндәргә һабаҡ булһын. Ошо хатаны ҡабатламаһындар ине…»

Мин – әсәй

Тирә-яҡ әйләнә. Аҡты-ҡараны күрмәйем. Тыным быуыла, аяҡтарым тотмай. Ә мин йән көсөмә йүгерәм дә йүгерәм.

– Баламды күрмәнегеҙме? Күрмәнегеҙме баламды?..

Юлда осраған һәр кемгә ошо һорауҙы бирәм. Тик… шатландырырлыҡ яуап юҡ. Башыма ниндәй генә уйҙар килмәй. Ҡайҙа ғына булды икән? Имен-һау ғына булһа ярай ине. Бер бөртөккәйем. Йөрәккәйем. Ауыртынып ҡына тапҡан бәпкәм бит ул. Ҡайҙа булды икән? Әллә… Ҡәһәр һуҡҡыр бәндә! Шуның ғына эше. Сәсрәп киткере! Шул урлаған! Тәким үҙенекен иткән, бәдбәхет. Башыма ҡайғы ғына булды бит шул ир ишараты. Бапаҡ! Эйе, эйе! Һуҡыр күрәҙәсе лә кәрәкмәй – шуның ғына эше.

Полиция бүлегенә нисек барып еткәнемде лә һиҙмәй ҡалдым. Кабинетҡа атылып индем дә, погонлы кешене күргәс, сараһыҙҙан һығылып илап ебәрҙем:

– Баламды урланылар! – тинем, быуылып. Башҡаһын аңлатып торорға хәлем юҡ ине.

Телефондан һөйләшеп ултырған полиция хеҙмәткәре әллә ни әһәмиәт бирмәне, шикелле. Ул һөйләшеүен тамамлап, миңә боролдо ла, тыныс ҡына һүҙ ҡушты:

– Нимә булды?

– Баламды урланылар! Иртәнсәк уйнарға сыҡҡайны, күҙ менән ҡаш араһында юҡ булды!

– Әле нисә көн үтте?

– Дүрт сәғәт элек. Туғыҙҙа уйнарға тип сығып киткәйне.

– мм. Ҡыҙыҡ ҡынаһығыҙ. – Полиция асыулы ҡарап ҡуйҙы. – Шуның өсөн килдегеҙме?

– Нисек инде – шуның өсөн! – Ирҙең һүҙҙәренән асыуым ҡабарҙы ла китте. – Аңлайһығыҙмы, минең баламды урланылар?! Балам бер ҡасан да дүрт сәғәткә юғалмай торғайны. Йорт тирәһен, уйнаған майҙансыҡты аҫтын-өҫтөнә әйләндереп эҙләп сыҡтым. Юҡ! Ер упҡанмы ни?!

– Бәлки, ул берәй дуҫына ингәндер? Компьютер уйнап ултыралыр? Кис еткәс, ҡайтыр әле. Юҡҡа борсолаһығыҙ.

– еҙ ҡалай ҡыҙыҡ ҡына ул! Үҙегеҙҙең балағыҙ юғалһа, шулай көтөп кенә ултырыр инегеҙме?! Ласын ундай бала түгел. Минән рөхсәтһеҙ бер аҙым да ситкә баҫмай! Күрше-тирәнән һорашып сыҡтым: таныштары ла, гел бергә уйнаған дуҫтары ла күрмәнек ти. Ул бит көпә-көндөҙ юҡ булырға энә түгел!

– Нисә йәш уға?

– Ун!

– Бындай йәштәге баланың башында нимә булғанын белеп булмай. Тынысланығыҙ. Бына минең номер – кисен ҡайтмаһа, шылтыратырһығыҙ. Шунда ғаризағыҙҙы ҡабул итербеҙ, – ти полиция хеҙмәткәре, бер ни ҙә булмағандай тыныс ҡына. Ә минең эстә ут ҡайнай, үҙемә урын тапмайым. Закон кешеһе булмаһа, яғаһына барып йәбешер инем! Саҡ үҙемде тыйып торам.

– Нисек инде – кисен?! – тип ҡысҡырып ебәрҙем. – Бала бит ул! Мин һеҙгә тиктомалдан ғына урланылар тимәйем. Бында эш ныҡ ҡатмарлы. Теге һәүерек уны тартып алам тип йыл буйына минең менән судлашты. Килеп сыҡмағас, тәким урланы!

– Ниндәй суд? Ошо урында анығыраҡ һөйләгеҙ әле…

– Теге әҙәм аҡтығы менән бер йыл элек айырылыштыҡ, – тинем. – Йәшәп булмай бит, йәшәп булмай! Ир тип әйтһәң, артыҡ булыр. Сибайҙа йәшәй ул. Шул хәсистең йөҙөн күрмәҫ өсөн генә Өфөгә күстек. Кешесә йәшәрмен тигәйнем, юҡ, һаман тынғы бирмәй. Әсәһе менән икәүләшеп талайҙар. Баламды тартып алабыҙ тип судлашып ҡаранылар. Барыбер, уларҙыҡы килеп сыҡманы. Үлһәм – үләм, барыбер уларға баламды бирмәйем. Кеше өсөн йөрәк ярып тапҡан артыҡ балам юҡ!

– Шунан, шунан… Тыңлайым.

– Шул ике аяҡлы ишәк тәким Өфөгә килеп тапты беҙҙе. Өйгә лә килеп аптыратты, мәктәпкә барып та баламдың ҡотон алған. «Барыбер балаңды тартып алам» тип ҡурҡыта. Йөрөр-йөрөр ҙә, тынысланыр тип уйлаһам, юҡ инде, кешесә йәшәргә бирмәй. Теге ҡарға ла ҡоторта инде! Шуның һүҙенән китмәй бит, һәүерек! Тәким үҙенекен эшләне. Ҡалайтайым, икән, Аллаҡайым?! – Хәлемде аңлаған кешене күреп, тағы илап ебәрҙем.

– Ҡарғаһы кем ул? – ти, аптырап полиция.

– Кем булһын, шул ишәктең әсәһе. Үҙе лә эт нәмә. Яуызлығы менән үҙ ирен йәшләй теге донъяға оҙатҡан…

Мин бәйнә-бәйнә һөйләйем, ә полиция ауыҙын йыра. Әйтерһең, мин бында ҡайғы менән түгел, ә кеше көлдөрөргә килгәнмен.

– Нимәһе көлкө? – тим асыуланып. – Үҙегеҙҙе минең урынға ҡуйып ҡарағыҙ!

– Үҙегеҙҙең ҡайҙа икәнегеҙҙе онотмағыҙ. Мин дәүләт кешеһе. Үсекләшмәй генә, һәр һүҙҙе үлсәп әйтегеҙ. Бында бөтәһе лә яҙылып бара. Закон барлығын да онотмайыҡ, – ти ҡәтғи генә. Шунан уҫал итеп күҙемә ҡараны: – Нимә өсөн айырылыштығыҙ һуң?

– Әйттем бит инде баяғы: йүнле ир түгел! Әсәһе һүҙенән сыға белмәй. Эштән ҡайта ла диванда һуҙылып тик ята. Әсәһе көнө буйына мейемде ашай. Аш бешерһәм, оҡшатмай. Йә тоҙо әҙ, йә ҡуйы булған. Кер йыуһам, тағы бәйләнә. Күршеләргә сығып, мине һөйләй. Бөтөн нәҫелемде тикшерә, гелән етешһеҙлегемде эҙләй. Варисҡа айырым сығайыҡ, тип әллә күпме тылҡыным, ҡолағына ла элмәй. Белмәйем, үлгәнсе әсәһенең итәгенә йәбешеп йөрөргә уйлай микән?! Мин бала хаҡына түҙҙем, барыһына ла күҙ йомдом. Ә теге ҡарға… то есть ҡәйнә, малайын ҡотортоп, мине туҡматты! Ана, мин сығып киткәнгә бер йыл. Йүнле әҙәм булһа, күптән башҡа ҡатын алыр ине. Ә уға, ғазраил әсәһе менән йәшәгән кешегә, этем дә ҡарамаясаҡ!..

– Инде аңлашылды. Ғариза яҙығыҙ! – Полиция алдыма ҡағыҙ һуҙҙы. – Тағы малайҙың фотоһы кәрәк буласаҡ.

Мин – атай

Хоккейҙың иң ҡыҙыу урынын ҡарап ятҡанда, ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Ярай, бер-икене баҫыр ҙа, китер тип ята бирҙем. Көткән кешем юҡ. Ә ҡыңғырау йәнде көйҙөрөп һаман шылтырай бирҙе. У-ухх! Күп булһа, малай-шалай шаяралыр! Асыу килеп, ишеккә йүнәлдем. Ҡапыл асып ебәрһәм, полиция хеҙмәткәре тора.

– аумыһығыҙ. Шаһиев Варис һеҙ булаһығыҙмы?

– Мм-ин, – тинем, ҡапылда ҡаушап. – Нимә булған?

– Ласын һеҙҙең улығыҙмы?

– Эйе.

– Улайһа, һеҙҙең менән һөйләшәһе һүҙ бар. Әйҙәгеҙ эскә үтәйек.

– Әйҙәгеҙ.

Полицейский залға үтте. Үҙе нимәлер эҙләгәндәй алан-йолан ҡаранды. Әсәйем был ваҡытта баҙарға киткәйне. Ул өйҙә булһа, һөйләшеү башҡасараҡ булыр ине. Бәлки, суд эше буйынса килгәндәрҙер?! Малайҙың исемен дә юҡҡа һорамайҙыр тигән уй үтте баштан.

– Улығыҙ әле ҡайҙа? – ти, аптырамай ҙа.

– Нисек инде – ҡайҙа! Әсәһендә!

– Иптәш, әйҙәгеҙ башығыҙҙы иҫәргә һалмағыҙ. Беҙ бөтәһен дә беләбеҙ. Бала урлау өсөн – закон ҡаты! Төрмәлә урын етерлек!

– Ни-нисек инде, урланым? – Башыма эҫе булып китте. – Әсәһе менән йәшәй бит. Беҙҙе аралаштырмай ҙа.

– Алдан иҫкәртеп ҡуям, иптәш Шаһиев, ялған хәбәр өсөн дә айырым статья бар!

– Мин һеҙҙе бер ҙә аңламайым. Нимә булды һуң?

– Нисек инде – нимә булды! Улығыҙ юғалған. Элекке ҡатынығыҙ ғариза яҙҙы, бөтә шик һеҙгә төшә!

– Минең балам юғалғанмы?! – Көтөлмәгән хәбәрҙән йөрәгем атылып сығырҙай булды. – Ух, был шайтандан тыуған бисә! Тағы ниндәй ғәйеп тағырға уйлай икән, йылан?! Был ысын хәбәрме? Әгәр балаға берәй нәмә булһа, үҙем уның муйынын борам!

– Бормай тороғоҙ әле, – тине ҡәтғи полицейский. – Тимәк, һеҙ, ысынлап, теймәнегеҙме балаға?

– Ҡайҙан тейәйем! – Асыуым ҡабарҙы ла китте. Ҡулдар ҡалтырай. Үҙемдең нимә эшләгәнемде белмәнем. Ярһып, тәмәке тоҡандырҙым. – Тәким башына еткән, аждаһа! Бында рәхәтлеккә сыҙамай, ҡысынып Өфөгә сығып китте бит! Айырылышыу өсөн мең сәбәп тапты! Миңә үс итеп кенә эшләне бит ул! Шул баланы күрәм тип күпме Өфөгә барҙым. Мәктәптә, Ласын минең менән бер күрешкәне өсөн, шул йылан уҡытыусыларҙың йәнен ала яҙған! Хәҙер мәктәптәге һаҡсы мине ишеккә яҡын да ебәрмәй. Алдан судҡа ла биреп ҡарағайным. Судья былай аҡыллы ғына кеше, хәлде аңлай. «Бәлки, бала хаҡына ҡабаттан йәшәп ҡарарһығыҙ», – ти. Теге бисә судты тыңлаймы ни?! Уның үҙ туҡһаны туҡһан!.. Мине ниндәй генә этлектәрҙә, ниндәй генә әшәкелектәрҙә ғәйепләп бөтмәне!.. Ә бала «атай» тип өҙөлөп тора! Тәс миңә оҡшаған!

– Етте! – тип бүлдерҙе полиция. – Былай булғас, эштәр хөрт. Эҙләп ҡарайбыҙ инде. Ә һеҙҙән аңлатма алыр кәрәк…

Ҡатыным менән хәлдәр нисегерәк булғанын, баламды ҡасан һуңғы тапҡыр күргәнемде бәйнә-бәйнә яҙып алды ла, имза ҡуйҙыртып, һаубуллашып сығып китте.

Мин – бала

Их-х, ул көндө-ө-ө! Барыһы ла һәйбәт башланғайны бит! Шатлығымдың сиге булмаҫ төҫлө ине. Ул бәхетле мәлде иҫләһәм, күңелгә рәхәт булып китә. Хәл былайыраҡ булды…

Дәрестә ултырһам, кемдер ишек шаҡыны. Завуч апай икән.

– Шаһиев Ласын бындамы? – тип һораны ул.

– Эйе, бына ултыра, – тип минең яҡҡа ымланы уҡытыусым.

– еҙгә атайығыҙ килгән! – ти завуч, йылмайып.

– Ата-йы-ым? Минекеме?! – Ишеткәнемә ышанмай, урынымдан ҡалҡынып ҡуйҙым.

– инеке, – тине. Шунан уҡытыусыма өндәште. – Биш минутҡа ғына сыҡһа, мөмкинме?

– Ярай, ярай…

– Киттек минең арттан, – тигәс, башым күккә тейгәндәй булды. Ауыҙ йырылды. Атайымды күптән күргән юҡ. Яман ныҡ һағындым. Уның менән күрешәм икән тип төштәремдә күреп бөттөм. Был хәбәрҙе мин күптән көттөм! Завуч шаяртмаһа ғына ярар ине.

Аҫҡа төшһәм, ауыҙы йырылып, ҡоласын йәйеп атайым тора. Ҡулында ҙур пакет.

– Ата-а-ай! – тип йүгереп, ҡосаҡлап алдым. Уны ныҡ итеп ҡыҫтым, тыным быуылды, башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Атайымдың ҡосағында шундай йылы, рәхәт икән! Үҙемде ошо мәлдә донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙом. Шатлығымдан күҙҙән йәштәр аға ла аға…

– Йә, етәр инде, улым, илама! Һин бит ыласындар затынан! – ти, башымдан һыйпап атай. – Инде барыһы ла һәйбәт буласаҡ.

– Мин һине ныҡ итеп көттөм, атайым…

– Мин дә һине һағындым, улыҡайым. Әйҙә ултырып һөйләшеп алайыҡ…

Атайҙан ҡарашты алырға ла ҡурҡам. Һаман ышанып бөтә алмайым. Был төш түгел микән? Бына хәҙер күҙемде асырмын да бөтә шатлыҡ селпәрәмә килер төҫлө.

– Хәтәр ҙурайып киткәнһең! – ти атай, арҡамдан һөйөп. – Йә, һөйләп ташла, уҡыуҙар нисек?..

Мин гел «биш» кә уҡыуым тураһында, йүгереү буйынса ярышта беренсе урын алыуым хаҡында теҙеп алып киттем. «Шәп», «маладис», «уңғанһың», «аҡыллыһың да инде» тип һәр әйткәнемә ул баш ҡаға бирҙе. Атайҙың һәр һүҙе миңә ҡанат ҡуйҙы, ошо мәлдә үҙемде бер башҡа үҫкәндәй тойҙом…

– Мин ебәргән кейемдәр һиңә яранымы? – тип кинәт һорап ҡуйҙы ул.

– Ниндәй кейем?! Миңә бер нәмә лә бирмәнеңсе.

– Нисек инде бирмәнем?! Яңыраҡ ҡына таныштар аша спорт костюмы ебәрҙем бит. Иң матурын һайлап алғайным.

– Юҡсы, миңә бер ниндәй ҙә кейем алып килмәнеләр.

– Аңлашылды-ы-ы. – Әле генә балҡып торған атайымдың йөҙө үҙгәрҙе. – Үс итә, тимәк!

Шунан ул пакетынан бер ҡумта сығарҙы ла миңә һуҙҙы:

– Бына һиңә нимә алып килдем! Тыуған көнөң менән, бөркөтөм!

Ялтлап торған телефонды күргәс, иҫем китте. Бындай нәмә әле класыбыҙҙа берәүҙә лә юҡ. Хәҙер мәктәптә бөтәһенең дә күҙе дүрт була инде.

– Бына быныһы менән класташтарыңды һыйларһың! – тип бер пакет кәнфит, тағы әллә ниндәй тәмлекәстәр бирҙе. Ҡыуанып атайымды тағы ҡосаҡланым.

Шул саҡ теге завуч апай эргәбеҙгә килеп баҫты:

– Ҡалай атайыңа оҡшағанһың! – ти ул. – Ласын – беҙҙең мәктәптең ғорурлығы. Яҡшы уҡый, спортты ярата… Исемен белеп ҡушҡанһығыҙ! Уның күҙҙәренән нур бөркөп тора, йөҙөнән йылмайыу китмәй…

– Рәхмәт, рәхмәт! – тип ҡәнәғәтлек менән йылмая атай.

– Тик ваҡыт сикле. Уҡытыусыһынан һорап алып сыҡҡайным. Дәрескә барыр кәрәк…

– Ярай, – ти уңайһыҙланып атайым. – Өфөгә командировка менән килгәйнек. Юл ыңғайы ғына инеп сығырға булдым…

Беҙ оҙаҡ ҡына айырылыша алмай торҙоҡ. Их, гелән генә атай менән бергә булһаң ине!..

– Атай, әйҙә беҙгә йәшәргә кил. Һинһеҙ ҡыйын, – тинем кинәт, ҡурҡыуымды еңеп. Ялбарыуымдан уның йөҙө үҙгәреп китте. Бер аҙ шым торҙо ла башымдан һыйпап алды:

– Саҡ ҡына көт, йәме. Барыһы ла һәйбәт буласаҡ.

– ин тағы киләңме, атай?

– Киләм, киләм! Һин бит минең бер бөртөгөм.

– Мине онотма, атай. Мин һине ныҡ итеп көтәсәкмен. Миңә тәмлекәстәр ҙә, телефон да кәрәкмәй. Үҙең генә эргәмдә бул, яраймы?.. – Күптән эстән генә уйлап йөрөгәндәремде, әллә ҡайҙан батырсылыҡ итеп, теҙҙем дә киттем. – Бергә булырбыҙ тип һүҙ бирәңме, атай?

– үҙ бирәм!..

Ул көндө минән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр! Класташтарымды атайымдың күстәнәсе менән һыйланым. Ә телефонды бөтәһе лә тотоп-тотоп ҡараны. «Ҡалай атайың шәп икән!» – тип маҡтап ҡуялар. Ә мин унан да нығыраҡ ҡыуандым. Атай һүҙ бирҙе! Бергә булабыҙ тип! Көн шулай төштәге кеүек тиҙ генә үтте лә китте.

Әсәйҙе һуңғы ваҡытта танырлыҡ түгел. Әллә ниндәйгә әйләнде ул. Гелән кемделер әрләй, юҡ-барға ҡыҙып китә. Атайым менән мәктәптә күрешкәнде белгәс, бөтөнләй туҙынды ла китте. Телефонды шатырҙатып тапаны ла ҡуйҙы! Был бит атайымдың тыуған көнөмә бүләге! Әле яңыраҡ ҡына булған бәхетле мәлем шулай күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡты. Етмәһә, әйберҙәрҙе бәреп-бәреп енләнде. Үҙе илай, үҙе ҡысҡыра:

– атлыҡйән! Бер тәтәйенә алдандыңмы?! Һине бәхетле итәм тип кенә, юҡ аҡсаны бар итеп, кеше фатирына инеп, кеше көнлө булып йөрөйөм! Ә һин!..

Атайҙан күсеп киткәс, әсәйем бер ҙә әрләшмәҫ тип уйлағайным. Талашырға бында атай ҙа юҡ, өләсәй ҙә юҡ. Нимәгә шулай енләнә икән: аңламаҫһың. Күңелгә шул тиклем ауыр. Үҙемде ҡайҙа итергә лә белмәйем. Төнө буйына уйланып ятҡандан һуң, ҡасырға булдым. Атайыма барам! Әсәйем юҡҡа әрләй уны, атайым яҡшы кеше ул. Миңә ҡул күтәргәне юҡ, һуғышмай. Ана бер класташымдың атаһы эсеп ала ла, төнө буйына йоҡлатмай икән. Юҡ, инде түҙер хәлем ҡалманы. Сибайға йәйәү булһа ла барып етәсәкмен…

И-их, ниңә генә мин ҡош түгелмен икән?! Атайыма осоп ҡына барып етер инем. Ҡоштар бәхетле, улар күктә, улар ҡанатлы… Бөтә күк йөҙө улар иркендә.

* * *

Төнө буйына эстән генә план ҡорҙом. Былай Өфөнө яҡшы беләм. Миңә тәүҙә аэропорттың боролошона барып етер кәрәк. Шунда ҡул күтәреп торһам, моғайын, берәйһе ултыртасаҡ.

Шулай килеп сыҡты ла. Аэропорт боролошонда оҙаҡ та торманым, бер «Лада» машинаһы килеп туҡтаны. Руль артында ултырған ағай яңғыҙы ғына ине. Мине алыр өсөн туҡтаған икән тиһәм, ул кафеға инергә итә. Ишеген бикләне лә ашарға инеп китте. Тышта уны оҙаҡ көтөп торҙом. Ә ул һаман сыҡмай ҙа сыҡмай.

Оҙаҡ көткәндән һуң теге ағай күренде. Унан ғына ярҙам буласағын тойоп, ҡаршыһына барҙым:

– Ағай, һеҙ Сибайға бармайһығыҙмы?

– Сибай?! Юҡ, мин унда нимә эшләйем… Белоретҡа китеп барам. – тине. Мин юлды яҡшы беләм: Белорет ҡалаһы Сибайға юл ыңғайы бит. Әгәр унда барып етһәм, атайға күп ҡалмай. Шуға ла ныҡыша бирҙем:

– Әтеү, Белоретҡа булһа ла алығыҙ инде.

– Әйҙә һуң…

Юлда шофер ағай менән һөйләшеп киттек. Ул минең яңғыҙ китеп барыуыма ғәжәпләнде:

– ин Сибайға тинең инде… унда нимәшләйһең?

– Унда атайым йәшәй. Уға китеп барам.

– Ә әсәйең ҡайҙа?

– Өфөлә.

– мм… Нисек йөрәге етеп, алыҫ юлға бер үҙеңде сығарып ебәрҙе?

– Рөхсәт итте! Мин юлды беләм бит ул. Беренсегә йөрөмәйем, – тип алданым.

Ағай музыка ҡуйҙы. Арыу ғына араны һөйләшмәй, йыр тыңлап барҙыҡ. Шунан шофер тағы төпсөнөргә тотондо:

– Мин уны-быны уйламай һине ултыртып алдым да… Хәҙер бына аптырайым әле. Белоретта һине ҡалдырһам, артабан нисек барырға уйлайһың?

– Автобусҡа ултырам да ары китәм!

Шофер шикләнеп ҡарап ҡуйҙы:

– Бик мутҡа оҡшағанһың! Ҡайҙа әсәйеңә шылтыратайыҡ әле. Номерын әйт әле миңә.

– Ә мин телефонымды юғалттым…

Ағай машинаны кинәт туҡтатты ла асыулы итеп миңә ҡараны:

– Ай Аллам! Бәлә генә булдың бит. Бала кешене нишләп мин ярты юлда ҡалдырып китәйем?! Башым ике түгел! Һинең менән берәй хәл булһа, кем ғәйепле – мин!

– Бер нәмә лә булмаясаҡ, ағай. Белоретта ҡалдырһағыҙ, еткән.

– Юҡ инде… Хәҙер берәй нәмә уйлармын!

Йоҡлай-йоҡлай бара торғас, Белоретҡа килеп еттек. Ул бейек тауҙар, һомғол ҡарағайҙар араһында урынлашҡан ҡала. Ағай автовокзал эргәһендә туҡтаны ла, «хәҙер киләм» тип тышҡа сыҡты. Мин ҡасмаһын өсөндөр, ишеген тыштан бикләне. Нимә эшләргә уйлай икән тип иғтибарлап күҙәтә башланым. Эргәһенән үтеп барған бер кешене туҡтатып, ағай ниҙер һорай башланы. Тегенеһе ҡулын болғай-болғай ниҙер аңлата. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, тәҙрәне саҡ ҡына асып, тыңларға булдым.

– Эйе, эйе! Автовокзалда полиция бүлеге әле асыҡ! – тип ят кешенең яуаплауын бик асыҡ итеп ишеттем. Был һүҙҙәрҙән терт итеп ҡалдым. Тимәк, шофер мине полицияға тапшырырға булған. Тоҙаҡҡа килеп эләккән йәнлек итеп тойҙом үҙемде. Нимә эшләргә?!

Шофер теге кеше менән ҡул бирешеп хушлашты ла автовокзал эсенә ҡарай атланы. Инде шул тиклем араны үтеп, бер ҙә тотолғо килмәй! Ағай күҙҙән юғалғанын көттөм дә, йән көсөмә ишекте типкеләй башланым, тик ул асылманы. Харап булам икән хәҙер! Бер минутты ла юғалтырға ярамай. Тәҙрәнән булһа ла сығасаҡмын. Ҡалтырана-ҡалтырана тотҡаны өйрөлткәйнем, тәҙрә тулыһынса асылды. Башымды тыҡтым да ҡулым менән йән көсөмә үҙемде алға этәнем! Мин – иректә!..

Мин – әсәй

Бер ҙә һөйләшмәҫмен тип үҙемә ант итһәм дә, шул бапаҡҡа шылтыратмай булдыра алманым. «Бер нәмә лә белмәйем, юҡты һөйләмә!» – тип трубканы ташлаған була мәхлүк. Яра-ай, күрһәтермен әле мин һиңә! Сәсрәгер нәмә! Асыуым килгәндә, бөтә уйлағанымды СМС аша ебәрҙем. Миңә генә ҡайғырырға тимәгән! Белһендәр Варистың кем икәнен! Бөтә туғандарына, таныштарына яҙып сыҡтым. Әсәһенә лә вис әйттем! Дөрөҫ эшләгәнмен бит?! Әтеү, улар ғына һылыу ҙа, улар ғына матур. Ә мин яман, имеш. Былай ғына баланы урлап, тыныс йәшәйем тиһәләр, күпкә яңылышалар. Әле минең кем икәнемде белмәйҙәр!..

Баламды ғына кире ҡайтарайым әле. Имандарын уҡытасаҡмын мин уларҙың! Шуларҙан үсемде алмаһам, исемем Таңһылыу булмаһын!

Тормошомдағы иң ҙур хатам шул ир ишараты булды! Иҫәр… Артымдан бит егеттәр көтөүе менән йөрөнө. Байҙары ла булды, ҙур түрәнең малайы ла артымдан илап йүгереп йөрөнө! Шуның береһенә сыҡһам, бөгөн май эсендәге бөйөр кеүек йәшәр инем. Ә мин тот та, шуның татлы һүҙенә алданып, ус аяһындай Сибайға сыҡ та кит. Ҡала тиһәң, хәтерең ҡалыр. Ҡайҙан ғына осраны ул юлыма, ҡайҙан ғына!

Юҡ, мин үҙем дә ҡала ҡыҙы түгел. Күп балалы ғаиләлә үҫтем. Ата-әсәйем дә – ябай крәҫтиәндәр. Әле Өфөлә лә туйып һикергәндән йөрөмәйем бит. Бында эш бар, кеше фатирында йәшәһәк тә, үҙебеҙгә ашарға ҡала. Бәхетем асылмаҫмы тип Өфөгә ҡасып ҡараным. Юҡ инде… һаман шуның этлеген күрәм.

Анау көндә һуң, таныштар аша Ласынға кейемдәр биреп ебәргән бит әле! Мин шуның сепрәк-сапрағына мохтажмы? Тотоп та ҡараманым, сығарып сүплеккә быраҡтырҙым. Кәрәкмәй миңә уның хәйере! Бер бөртөк баламды үҙем дә ҡарайым!

Шуның менән бөттө икән тиһәм, юҡ инде, ҡәйнә ишараты бер пакет итеп тороп ҡатып бөткән кәнфиттәрен ебәргән. Нисек тамағыңа барыр шуның ҡаты-ҡотоһо?! Ғәрләнмәй шуны ашап ултырмам инде! Кем белә, бәлки, сихырлап та ебәргәндер. Хәҙер кеше ҡулынан әйбер алыу ҙа ҡурҡыныс. Әллә ниндәй заман китте. Бәләһенән баш-аяҡ. Уныһын да сүплеккә һелтәнем.

«Етәр! Күп түҙҙем! Улар минең өсөн хәҙер үлгән», – тинем үҙ алдыма. Шуларҙы хәтерләткән бөтә фотоларҙы йыртып ташланым. Яңынан тормош башлайым! Алла бирһә, аҫыл егетенә сығырмын әле! Ана, эштә ҡайһы-бер ҡатындар үҙенән ун-ун биш йәшкә кесерәккә сыға. Ике балаһы булып та! Модаһы шулай!

Төрлө хәйер менән ялҡытҡанына, ярай күҙ йомдом. Ә инде мәктәпкә барып, шул Варистың малайымды телефон менән әүрәткән булып, үҙенә яҡынайтырға тырышыуы, сығырымдан сығарҙы. Уныһын белмәҫ тә инем, ҡараһам, Ласын мәктәптән ҡайтҡан да телефонда уйнап ултыра.

– Ҡайҙан алдың? Урланыңмы әллә? – тим, аптырап. Малай шыма. Ахырҙа беләгенән тотоп алдым да елтерәтергә тотондом. – Әлүк баштан урлаша башланыңмы? Атайыңдар яғына оҡшаһаң, белмәйем, кем булырһың…

– Урламаным! – тине, илай яҙып улым.

– Улай булғас, ҡайҙан алдың?

– Атайым бүләк итте.

– Ке-е-ем? Атайым, тиһеңме?! Уны ҡайҙа күрҙең?

– Бөгөн ул миңә мәктәпкә килде. Мин ебәргән кейемдәр яранымы, тип һорашты…

Ярһыуымдың сиге юҡ ине. Ах, суҡынсыҡ! Тапҡан бит юлын. Судлашып йөрөгән көндәрҙе иҫемә төшөрһәм, сәсем үрә тора. Әсәһе ҡоторталыр шуны, әсәһе! Башҡа этем дә түгел.

– Ул һиңә атай түгел! – тип телефонын тартып алдым да иҙәнгә бәрҙем. – Тағы шуның ҡулынан берәй нәмә алһаң, миңә үпкәләмә!

Әйтерһең, ошо телефон теге ҡотһоҙ ирҙең үҙе кеүек енемде ҡабартты. Йән көсөмә шуны тапарға тотондом.

– Әсәй, нишләйһең ул?! Атайға әйтәм!.. – Улым ҡысҡырып илап ебәрҙе.

– Бик кәрәк инең һин уға! Һине уйлаһа, бергә йәшәп ятҡан булыр инек! Уға һин түгел, болғаҡ әсәһе кәрәк!..

Age restriction:
0+
Release date on Litres:
26 January 2026
Writing date:
2025
Volume:
110 p. 1 illustration
Translator:
Загида Мусина
Download format: